Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, әлегә майҙарҙың 90 процентында уңыш йыйып алынған, техник культураһының тулайым йыйымы 810 мең тоннанан ашҡан. Благовар, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө хужалыҡтарында татлы тамыр сығарыу тамамланған, 4 районда эштәр теүәлләнеү алдында. Уртаса гектар кеүәте 247 центнер. Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, Ҡырмыҫҡалы хужалыҡтарында шәкәр сөгөлдөрө уңған. Киләһе йылға майҙандарҙы арттырырға иҫәп бар, ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Латыпов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтШәкәр заводтары яңы уңыш сөгөлдөрөн эшкәртә. Әлегә заводтарға 415 меңдән ашыу тонна сеймал оҙатылған, 15 мең тонна шәкәр етештерелгән.