Вуз уны үҙе ойошторған. Икенсе ҡитғаларҙан килеүселәргә прививка эшләү үҙенсәлектәре менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева танышты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтНефтсе һөнәрен үҙләштерергә Иван Мехиас Чавиано Өфөгә Кубанан килгән. Иван исеме олатаһының Советтар Союзына килеүе менән бәйле. Рус халҡына хөрмәт билдәһе итеп улы һәм ейәне лә ошо исемде йөрөтә. Алыҫ тыуған илендәге бөтә ғаилә ағзалары ла коронавирус менән ауырыған. Дүртенсе курс студенты ковидтан прививка эшләтә.
Йоелвис иһә студент йылдарында эшләп тә йөрөй. Нефть университетының бейеү мәктәбендә уҡыта. Кубанан килгән егет үҙенең тыуған яғында вакцинаны өс тапҡыр яһатҡан.
Студенттарға вакцина яһау өсөн Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары саҡырылған.
Өфө дәүләт нефть техник университетында илленән ашыу илдән бер мең ярым сит ил студенты белем ала. Уларҙың күптәренең Рәсәйҙәге мотлаҡ медицина страховкаһы юҡ. Шундай категорияға ҡараған студенттарға инъекция яһауҙы вуз үҙе ойошторған.
Сит ил студенттары өсөн 500 доза прививка алынған. Был вакцинацияның беренсе этабы. Киләһе этапта уны теүәлләү ҡарала. Сөнки йәштәргә бер компонентлы «Спутник Лайт» вакцинаһы ҡаҙатыла.
Рәмилә Исмәғилева