Ишембай районына алты мәктәп автобусы ҡайтты

Хәҙер автопаркта ун йылдан артыҡ эшләүсе транспорт ҡалмаған. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатына ла яңы «Газель некст» бүленгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мәғариф учреждениеһында барлығы 880 бала уҡый, уларҙың 46-һы яҡын тирәләге ауылдарҙан йөрөп белем ала. Водитель Фәнил Вәлитов билдәләүенсә, автобус район юлдары буйлап тәүге һынауҙы уңышлы үткән. Иң мөһиме – салонда йылы.

Гөлназ Хәйбуллина