Сәнғәт өлкәһендәге бындай сара баш ҡалала тәүгә үтә. Бер сәхнәлә гитара, думбыра, балалайкала уйнаған 60-тан ашыу оҫта көс һынаша. Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған музыканттар алты көн дауамында яңғыҙ һәм оркестр менән сығыш яһай.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЭкспекттар әйтеүенсә, конкурс Рәсәй академик музыка тормошонда әһәмиәтле ваҡиға тип баһалана. Бәйге өс майҙансыҡта ойошторола. Фестивалде Людмила Зыкина исемендәге «Рәсәй» ансамбле асып ебәрҙе. Коллектив Линар Дәүләтбаев дирижерлығында «Башҡорт ҡымыҙы» композицияһын башҡарҙы.
Әлфинә Килдейәрова