Календарҙа яңы байрам. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Атайҙар көнө үтте. Ул октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһенә тура килә. Байрам ил Президенты Владимир Путин указына ярашлы, ғаилә институтын нығытыу һәм балаларҙы тәрбиәләүҙә атайҙар ролен күтәреү өсөн билдәләнә. Башҡортостан атайҙары хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАталы-уллылар ун йүкә ағасына ғүмер бүләк итте. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр билдәләнгән байрам уңайынан Өфөлә яңы аллея барлыҡҡа килде. Сараны Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро ойошмаһы уҙғарҙы. Ерҙе йәмләндереү эше күңелле барҙы. Йүкәләр ерһенеп китер, киләсәктә шаулап, тирә-яҡты йәмләп ултырыр, тигән өмөттә акцияла ҡатнашыусылар. Бының өсөн улар ағастарҙы ҡарап торорға, һыу һибергә вәғәҙә итте.
Ҡулың оҫта булһын, һүҙең ҡыҫҡа булһын, ти халыҡ мәҡәле. Оҙон һүҙ һөйләмәй, аталы-уллылар ең һыҙғанып эшкә тотондо. Улар оҫталар менән бергә тире иләүсе һөнәренә өйрәнеп, күн эшкәртеү, биҙәү техникаһын үҙләштерҙе. Һөҙөмтәлә малайҙар үҙ ҡулдары менән портмоне эшләп, унда атайҙарының исем-шәрифтәрен яҙып бүләк итте.
Байрам көнө уңайынан уҙғарылған сарала ҡатнашыу өсөн Баймаҡ районы Темәс ауылынан да килеп еткәндәр. Рәмил Әбсәләмов күп балалы атай, ҡатыны менән бергә ике ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Ғаилә башлығының фекеренсә, балаларҙы тәрбиәләүҙә иң мөһиме – үҙ ҡылыҡтарың өҫтөндә эшләү.
Малайға тәрбиә биреп, ил киләсәген хәстәрләү – изге эш. Был сара һуңынан ғүмер буйына һағынып һөйләрлек хәтирә булып ҡалырына шик юҡ. Ә берҙәм эш һөҙөмтәһен күреү бер атайҙы ла битараф ҡалдырманы.
Әлфинә Килдейәрова