Иҫәпсе ишек шаҡый. Рәсәйҙә мөһим статистика кампанияһының ғәмәли өлөшө башланды. Бөгөндән иҫәпселәр участкаларындағы йорт-ихаталар буйлап үтә башланы. Халыҡ иҫәбен алыусылар эшен БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Бүздәк районынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәмил менән Миңниса Шәһәбетдиновтар Бүздәк районы Килем ауылындағы өлгөлө ғаилә. Балалары күптән башлы күҙле. Үҙҙәре хаҡлы ялда. Хөрмәтле олатай менән өләсәй булып Шәһәбетдиновтар халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша.
Эльмира Мөхәмәтйәнова Бүздәк районы 8-се иҫәп алыу участкаһы иҫәпсеһе. 2010 йылдан алып илдә уҙғарылған барлыҡ статистика сараларында эшләп тәжрибә туплаған. Килем ауылында уның ҡарамағында 200-ҙән ашыу йорт. Эльмира Мөхәмәтйәнова уларҙың һәр береһенә ишек шаҡырға тейеш. Пандемия шарттарында үҙен, яҡындарын һәм ауылдаштарының сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн күптән прививка эшләткән.
Статистика сараһында иҫәп алыу участкаһында ла ҡатнашырға мөмкин. Фермер Салауат Ғәлиуллин шундайҙарҙың береһе. Сөгөлдөр баҫыуына сығыр алдынан ул, анкета һорауҙарына яуап бирҙе.
Быйыл иҫәп алыуҙа дәүләт хеҙмәттәре интернет порталы аша ҡатнашыу мөмкинлеге лә бар. Әммә ауыл ерендә күптәр иҫәпсе биргән анкета һорауҙарын яуапларға күнеккән. Бүздәк районы 8-се иҫәп алыу участкаһы контролеры Светлана Ҡорбанова әйтеүенсә, йәниҫәпкә әҙерлек юғары, сара ойошҡан шарттарҙа үтә.
Халыҡ һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Мәғлүмәт туплау өсөн иҫәп алыусыларға кеше йәшәгән йәки йәшәү ихтималлығы булған 2 миллионға яҡын бинаны ҡарап сығырға тура киләсәк. Йорт һәм ихаталар буйлап улар иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем үтә.
Рафиҡ Әхмәтшин