Был турала баш санитар табип Анна Казак белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, мәктәп һәм колледждарҙа коронавирус йоҡтороусылар арта. Бөгөнгә 543 класс ситтән тороп уҡытыла. Коронавирус инфекцияһы 222 училищела раҫланған. Биш уҡыусыла “ковид-19” асыҡланған осраҡта, класс ике аҙнаға дистанцион тәртиптә белем биреүгә күсерелә.