Өфөнән Нурсолтан, Тель-Авив һәм Минск ҡалаларына осоп буласаҡ

Был турала Республика Башлығы Радий Хәбировтың "Азимут" авиакомпанияһы етәкселеге менән осрашыуы барышында белдерелде. Рейстар санитар-эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып башҡарыла. Радий Хәбиров белдереүенсә, "Азимут" компанияһы башлыса ҙур ҡалаларға осоштар башҡара. Башҡортостан хеҙмәттәшлеккә әҙер. Компания Башҡортостандың стратегик партнеры булып тора, тине Республика Башлығы.