Уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн 24 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалына, 1 мең 200 эш урыны булдырыла. Проекттарҙың күбеһе юл яны сервисы объекттары - кафе, ҡунаҡхана, яғыулыҡ станцияһы, машина ремонтлау урындары булдырыуға бәйле. Өҫтөнлөклө тип табылған проекттарҙы ғәмәлгә ашырғанда сығымдарҙың бер өлөшө дәүләт иҫәбенән ҡаплана, шулай уҡ һалым ташламалары ҡаралған.