Бөгөн ҡала хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә мэр урынбаҫары итеп Рөстәм Ғәлиев тәғәйенләнеүе тураһында белдерелде. Ул иҡтисади эшмәкәрлек өсөн яуаплы була. Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков белдереүенсә, был өлкә үтә әһәмиәтле, Өфөнөң 450 йыллығы алдынан ҙур эш башҡарырға кәрәк.