Lasselsberger Башҡортостанда яңы проекттар ғәмәлгә ашыра

Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров Lasselsberger компанияһы етәксеһе Йозеф Ласселсбергер менән осрашты. Унда Башҡортостанда компанияның инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу барышы ҡаралды. Өфө районында керамик материалдар етештереүҙе арттырыу планлаштырыла. Инвестиция проекты 7 миллиард 800 миллион һумға баһалана, тағы  270 эш урыны булдырыла. Өфөләге  заводта  етештереү ике тапҡырға  артырға тейеш. Быйыл компания шулай уҡ Әбйәлил районында  аҡ цемент етештереү заводын асты.