Республикала илдең ҡораллы көстәренә көҙгө саҡырылыш кампанияһы дауам итә

 Баҡалы һәм Шаран райондары буйынса быйыл 71 йәш һалдат әрме сафтарын тулыландыра. Уларҙың 34-е Шаран районынан. Егеттәр хәрби диңгеҙ флоты, ҡоро ер ғәскәрҙәре һәм спецназда хеҙмәт итергә әҙерләнә. Ошо көндәрҙә буласаҡ һалдаттар медицина комиссияһы үтә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Белгестәр ҡабул итеүе пандемияға бәйле хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәп ойошторола. Районда патриотик эштең яҡшы кимәлдә ҡуйылыуы һәм кадет кластары эшләүе йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләүгә ыңғай йоғонто.