Башҡортостан башлығы коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Документҡа ярашлы, 25 октябрҙән 18 йәштән өлкәнерәк кешеләр ваҡлап сауҙа итеү баҙарҙарына ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыу тураһындағы сертификат йәки алты ай эсендә коронавирус менән сирләү тураһындағы белешмә ҡағыҙы булыу шарты менән генә индерелә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт1 декабрҙән шифахана-курорт ойошмаларына, профилакторийҙарға, пансионаттарға һәм ял йорттарына урынлашҡанда ла ошондай уҡ документтарҙы күрһәтергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта элегерәк индерелгән сикләүҙәр ҙә ғәмәлдә ҡала. Тейешле сертификат һәм белешмә ҡағыҙынан тыш, граждандар вәкәләтле кешеләрҙең талабы буйынса паспортын йәки шәхесте раҫлаған башҡа документын тәҡдим итергә тейеш.