“Юғары әҙерлек” тәртибенә үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуын сикләү буйынса “Юғары әҙерлек” тәртибе указына үҙгәреш индерҙе. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 25 октябрҙән 18 йәштән өлкәндәр күмәртәләп һатыу баҙарҙарына вакциналау сертификаты йәки медицина белешмәһе менән генә инә ала. Бынан тыш, талап ителгән осраҡта паспорт йәки башҡа документты күрһәтергә кәрәк. 1 декабрҙән шифахана, ял йорттарына урынлашҡанда ла вакциналау сертификаты булырға тейеш. Изоляцияла ҡалған кешеләргә бушлай социаль хеҙмәттәр күрһәтелә башлай.