Саҡмағош районы Йомаш ауылы уҡыусылары фән менән шөғөлләнә

 “Атайсал” проекты сиктәрендә Башҡортостан парламенты депутаты Вадим Соколов белем усағына һанлы лаборатория һәм микроскоп бүләк иткән. “180 мең һумға ҡорамалдар алынды. Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр булдырылды”, ти биология уҡытыусыһы Гүзәл Мостафина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Заманса ҡорамалдарҙа шөғөлләнеү уңайлы. Асыштарыбыҙ булырына ышанам”, ти 9 класс уҡыусыһы Анна Потапова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика парламенты депутаты Вадим Соколов ноябрҙә Саҡмағош ауылындағы мәсеткә манара ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтә. Социалистик Хеҙмәт Геройы Ринат Йосоповҡа бюст асыу ҙа ҡаралған. Саҡмағош районында 50-гә яҡын хәйриә программаһы тормошҡа ашырыла. Уларҙың дөйөм суммаһы  40 миллион һум самаһы. 31 проект тулыһынса тамамланған.