Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышында уның архитектура рәүеше үҙгәрмәй

Һәйкәлдең нигеҙе, скульптура янындағы ҡалҡыулыҡ, кәртәләр һәм күҙәтеү майҙансығын төҙөкләндереү планлаштырыла. Монумент өлөшләтә һүтелә. Уны икенсе урынға күсереү мәсьәләһе тормай. Һәйкәл үҙ биләмәһендә тәртипкә килтерелә. “Архтамға” эксперт проект бюроһы етәксеһе, архитектор Рөстәм Әлибаев:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Мин халыҡтың борсолоуын аңлайым. Сөнки милли батырыбыҙҙың һәйкәле һәр кем өсөн үтә ҡәҙерле һәм яҡын”, - ти Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни милек объекттарын файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин. “Был осраҡта хис-тойғоға бирелеү дөрөҫ түгел. Мәсьәләне белгестәр хәл итергә тейеш”, - тигән фекерҙә ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү киләһе йылда башланырға тейеш.