Вице-премьер Татьяна Голикованың тәҡдиме ил президентында ла хуплау тапты. Владимир Путин шулай уҡ, ҡайһы бер төбәктәрҙә ял көндәрен 23 октябрҙән үк индерергә кәрәк, тип билдәләне. Әлеге ваҡытта илдә коронавирус инфекцияһы һәм башҡа миҙгелле сирҙәр таралыуға бәйле эпидемиологик хәл ҡатмарлы булып ҡала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБер айҙан ашыу ваҡыт дауамында Рәсәй субъекттарында сирлеләр һанының артыуы күҙәтелә. Ҡурҡыныс сир менән ауырыусылар исемлеге көн һайын 35 меңгә яҡын кешегә тулылына, бынан тыш, тәүлек һайын меңдән ашыу ватандашыбыҙ вафат була. Был ҡот осҡос һандар артында беҙҙең яҡындарыбыҙ тора, тине үҙ сығышында Татьяна Голикова.
Шуға ла әлеге ваҡытта эпидемияның яңы тулҡынын туҡтатыу айырыуса көнүҙәк. Килеп тыуған ҡатмарлы хәлде иҫәпкә алып, Рәсәй Президенты өҫтәмә ял көндәрен индереү мөһимлеген билдәләне. Ул шулай уҡ эшләмәгән көндәр өсөн хеҙмәт хаҡы һаҡланасаҡ, тине.
Илдар Байбулатов