Өфөлә йәшәүсе блогерҙың социаль селтәрҙәге аккаунтына мутлашыусылар ингән. Хужабикә массаж эшләткән арала ғына интернет бурҙар яҙылыусыларҙы туплап уларҙан йөҙәр меңләп аҡса йыйған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтВиртуаль киңлектә абруй яулап өлгөргән блогерҙың сәхифәһе булғас яҙылыусылар мутлашыусылар эш иткәнен уйлап та бирмәгән. Еңел табыш алам тип ҡайһы берҙәре хатта 70 меңгә тиклем аҡса күсергән. Һөҙөмтәлә аҡсалар ҙа юҡ, блогерҙың абруйы ла ҡаҡшаған һәм инстабизнесы ла зыян күрә. Интернет тормошоноң хәүефле мәлдәре тураһында Айнур Кәбиров репортажы.
Эльвираның инстаграмында 134 мең яҙылыусы. Социаль селтәр уның өсөн аралашыу сараһы ғына түгел, ә аҡса эшләү сығанағы ла. Йөҙәр мең һумлап табыш килтергән бизнес яҙылыусыларға психолог кәңәштәре биреүгә ҡоролған. Эльвира һөнәре буйынса ла профессиональ психолог. Әммә был юлы мутлашыусылар унан да көслөрәк психолог булып сыға.
Эльвира аҡсаға бәйле уйындар уҙғарғаны юҡ. Килемде ул дәрестәр һатып ала. Уйындар уҙғарһа ла сертификаттар ғына оттора. Ләкин яҙылыусыларҙы был үҙенсәлек һиҫкәндермәй ҙә. Еңел аҡсаға иҫтәре киткән халыҡ мутлашыусылар тоҙағына эләгә.
Ә Эльвираның яманатына тап төшә. Һөҙөмтәлә психолог курстарын һатып алыусылар ҙа әҙәйгән. Бәғзеләр хатта уның үҙен дә мутлашыуҙа ғәйепләй. Ләкин был осраҡта блогер үҙен ғәйепле тип тоймай. Шул уҡ ваҡытта яҙылыусыларын да ташларға уйламай. Зыян күреүселәрҙе барлап полицияға мөрәжәғәт итмәксе.
Эльвира аккаунттар асҡыстарын ватыу менән профессиональ командалар шөғөлләнә тип иҫәпләй. Сөнки уның йөҙөнән аҡса йыйнаусылар блогер тураһында бик күпте белгән. Аэрофлот компанияһының түләү системаһын бер нисә минутта эшлектән сығарған , сит илдә "рус хакеры" тип йөрөтөлгән Дмитрий Артимович әйтеүенсә ябай социаль селтәргә инеү бер ни түгел.
Программист әйтеүенсә, ялған сайттарға ышаныу һәм иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында вирус эләктереп кенә мутлашыусылар тоҙағына эләгеү мөмкин. Тимәк, социаль селтәреңә халыҡ туплап килем алаһың икән, аккаунт хәүефһеҙлеге, үҙ сиратында яҙылыусылар алдында ла яуалылыҡ бар.
Эльвира ла кешелеклек һаҡлап яҙылыусыларына бушлай курстар бүләк итергә уйлай. Ләкин был юлы дәрестәр нисек аҡса эшләүгә түгел, ә уларҙы һаҡлап ҡалыуға ҡоролор, күрәһең.
Айнур Кәбиров