Шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә йән иҫәбе алыусыларҙан шундай теләк. Сөнки халыҡ иҫәбе кампанияһында мөмкин тиклем тулы мәғлүмәт йыйырға кәрәк. Ил буйынса барған ваҡиғала ҡатнашыу һәр кемдең бурысы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХужалар ҡапҡаға бер туҡылдатыу менән асты. Был – йән иҫәбе алыусыға бәхет тиергә лә була. Ябай ғына һорауҙарға яуапты планшетҡа теркәргә кәрәк. Регина Дериева Дим районында балалар баҡсаһы хеҙмәткәре. Буш ваҡытында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу кампанияһында ҡатнаша. Бөгөн ул Романовка ҡасабаһында эшләй. Кәмендә өс урамды урап сығырға, 30-ҙан ашыу кешене иҫәпкә ҡуйырға кәрәк.
Зиннур Мәрҙәнов иһә иҫәп алыусыларҙы көтөп тормай, үҙе был эште теүәлләп ҡуйырға ниәтләгән. 77 йәшлек уҙаман Черноозерск кордоны баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәй. Дәүләт хеҙмәттәре порталына инеп шәхси мәғлүмәттәрҙе тултыра. Тәүҙә порталға инеү ҡатмарлыҡтар тыуҙырған.
Ҡайһы бер һорауҙарға яуап биреү ҙә еңел генә түгел. Әммә күп йылдар сит ил эштәре министрлығында хеҙмәт иткән уҙаман эште еренә еткерергә өйрәнгән. Бығаса күп тапҡыр иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан пенсионер онлайн алым өлкәндәргә карантин ваҡытында хәүефһеҙерәк тә, уңайлы ла, ти.
Кампаниянан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Ул өс төрлө юл менән башҡарыла. Иҫәп алыусылар адрестар буйлап йөрөһә, өйҙән сыҡмай ғына Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша һәм стационар участкаға килеп мәғлүмәттәрҙе ҡалдырырға мөмкин. Грозный урамы 69/7 адресы буйынса урынлашҡан пунктта ике йөҙҙән ашыу кеше теркәлеп өлгөргән дә инде.
Иҫәпселәрҙе өҫтөндәге махсус жилеты, шарфы, сумкаһы һәм планшеты буйынса танырға мөмкин. Гөлшат Ибәтоваға Иглинда ике йөҙ тирәһе йортҡа барырға кәрәк. Һәр кемгә ун биш минут тирәһе ваҡыт сарыф ителә. Ә кампания барышында йыйылған мәғлүмәттәрҙең әһәмиәте иһә быуаттар үткәс тә юғалмай, ә киреһенсә арта.
Көнө буйы участкалар буйлап йөрөүселәр йыйған мәғлүмәттәр бергә туплана һәм дөйөм базаға индерелә. Кампания 14 ноябргәсә дауам итә, ә интернет селтәрендә ул 8 ноябрҙә тамамлана.
Рәмилә Исмәғилева