Ғәскәровсылар Санкт-Петербургта сығыш яһаны

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәй буйлап гастролдәрен дауам итә. Уҙған көн артистар Санкт-Петербургта Башҡортостан Мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһында ҡатнашты. Ленсовет исемендәге мәҙәниәт һарайында коллектив “Донъя халыҡтары бейеүҙәре” тигән программа менән сығыш яһаны. Төньяҡ баш ҡала тамашасыларына репертуарҙағы билдәле бейеүҙәр тәҡдим ителде. “Гастролдәр барышында оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтәбеҙ”, - ти ансамбль директоры Алмаз Сәйетов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн ансамбль Ленинград өлкәһенең Тихвин ҡалаһында сығыш яһай. Ижади турне “Беҙ – Рәсәй. Милли коллективтар гастролдәре” федераль проектына ярашлы торомошҡа ашырыла.