"Ашҡаҙар" радиоһы башҡорт ырыуҙарына арналған яҙмалар шәлкеме әҙерләне

Ырыуың кем? “Ашҡаҙар” радиоһы башҡорт ырыуҙарына арналған яҙмалар шәлкеме әҙерләне. Тарихсылар әйтеүенсә, башҡорт халҡы генофонды 49 ырыу вәкилдәренән тора. “Ашҡаҙар” радиоһы баш мөхәррире Гәүһәр Батталова белдереүенсә, ҡыҫҡа ғына роликтарҙа бик күп мәғлүмәт бирелә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ырыуҙарға арналған яҙмаларҙы әҙерләүҙә “Юлдаш»” радиоһы журналистары ла ҡатнашҡан. “Тарихи шәлкемде биҙәү айырыуса яуаплылыҡ талап итә. Яҙмаларҙы һәр кем ғорурланып тыңларлыҡ итеп биҙәргә тырыштым”, ти тауыш режиссеры Гөлйемеш Баязитова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Ырыуың кем?” яҙмаларын  көн һайын “Ашкадар” радиоһында эфирға сыға.