Халыҡ иҫәбен алыуҙан бер кем дә ситтә ҡалмай

Бөгөн  иҫәп алыусылар Өфөләге республика геронтология үҙәгендә эшләй башланы. Приютта йәшәүселәрҙең иң олоһона 91 йәш булһа, кесеһенә 30.  Анкета тултырыусыларға улар ихлас яуап бирҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был бүлмәгә ҡунаҡтар һирәк инә, үҙәк хеҙмәткәрҙәре, йә унда йәшәүселәр генә. Бөгөн иһә геронтология үҙәгендә ғәҙәти булмаған йәнлелек. Иҫәп алыусы бүлмәләр буйлап йөрөп анкеталар тултыра. Ә үҙ аяғында йөрөй алғандар ял итеү урынына йыйылды. Күгәрсен районында ярты быуат математика фәне уҡытҡан  Абдрахман Ғөбәйҙулла улы кампанияның иҡтисади әһәмиәте тураһында фекерҙәре менән бүлешә.

Өлкәндәр, әлбиттә үҙенең биографияһы,  үткән ғүмере тураһында һөйләргә ярата. Геронтология үҙәгенә улар  республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған.  Ғүмер буйы Дәүләкән районында йәшәгән Вәсилә Назарова ҡартлыҡ көнөн приютта үткәрә.

 Өфөнөң Зорге урамында урынлашҡан үҙәктә 260-тан ашыу кеше йәшәй. Иҫәп алыусылар бында  бер-нисә көн эшләйәсәк. Оло йәштәгеләр  менән анкета тултырыуға ваҡыт күберәк бүленә, ти улар. 

Бөтә Рәсәй  халыҡ иҫәбе алыу кампанияһы һөҙөмтәһе   буйынса  демографик, социаль һәм иҡтисади  белешмәләр төҙөлә. Шулай уҡ төбәктәрҙә халыҡтың йәшәү шарттары хаҡында мәғлүмәт туплана. Мәҫәлән, асарбаҡтар ҙа кампаниянан ситтә ҡалмай. Иҫәп алыусыларға урамда эскәмйәлә, подвалдарҙа, йә ҡайҙа етте шунда көн күреүселәрҙе лә теркәү бурысы йөкмәтелгән.  Иҫәп алыу һандарын туранан -тура халыҡ менән эшләүселәр көтә.  

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу кампанияһы һөҙөмтәләре бер йылдан мәғлүм була.

Рәмилә Исмәғилева