Салауат Юлаев һәйкәленең 3Д күсермәһе эшләнде

Виртуаль скульптура милли батырыбыҙ һәйкәлен реконструкциялағанда талап ителә. Уның ярҙамында суйын һынды бер миллиметрға ла яңылышмай урынына ҡуйыу мөмкинлеге бар. Тап ошо мәсьәлә йәмғиәттә шау-шыу тыуҙырҙы ла инде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мәғлүмәт етмәгәнлектән халыҡ араһында һәйкәлде алып китәләр икән, урынына ҡуймауҙары ла  ихтимал тигән имеш-мимештәр тыуҙы. Уйҙырмаға асыҡлыҡ индереү өсөн бөгөн Салауат Юлаев һәйкәленә хәбәрселәр саҡырылды.

Тыштан ялтыраһа ла эстән ҡалтырай.  Салауат һәйкәле  тутлап  үтәнәнән-үтә тишелә башлаған. Скульптураның йөйҙәренән елдәр уйнай. Ҡайһы бер тишектәр хатта ҡоштар инерлек булып ҙурайған.

Тыштан да хәл яҡшынан түгел. Ҡояш, ямғыр, һалҡындар тәьҫирендә Салауат һәйкәле тотошлайы менән тут төҫөнә инә бара. Бер нисә йыл элек яғылған һаҡлау ҡатламы ла юҡҡа сыҡҡан. Ә бит был кеше күҙенә күренгәне генә.

Шуға күрә реставрация эштәрен дә һәйкәлде ҡуҙғалтмайынса эшләү мөмкин түгел. Әммә был скульптураны ҡайҙалыр олаҡтыралар тигәнде аңлатмай. Салауат һыны урында уҡ реконструкциялана. Эштәр барышы һәр кемдең күҙ алдында буласаҡ.

Ләкин һәйкәлде ҡуҙғалтыр алдынан 3 д сканер аша уҙғарасаҡтар. Был технология скульптураны миллиметрға тиклем тәүгилеш рәүештә урынлаштырыу мөмкинлеге бирә.

Заманса материалдар суйынды йөҙәр йылдар тәбиғәт һынауына бирешмәҫлек итеп сыныҡтыра.  Кеше үҙе генә ҡамасауламаһын. Юғиһә Салауат һәйкәле троя аты шикелле легенда-риүәйәттәр менән байытыла башланы.  Ләкин әле үк скульптура ҡоламаҫ борон уны төҙөкләндереү кәрәклеге көн кеүек асыҡ.

Республика етәкселеге аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыумаһын өсөн йәмәғәт әүҙемселәре, белгестәр һәм яуаплы ойошмалар вәкилдәрен берләштергән совет төҙөй. Тап ошо төркөм Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереүҙе күҙәтәсәк. План буйынса проект документтары киләһе йылдың майына әҙер булыр тип көтөлә. Төҙөкләндереү эштәре иһә туғыҙ айға һуҙыласаҡ.

Айнур Кәбиров