Тамара Танһыҡужина республика парламенты рәйесе урынбаҫары итеп һайланды

Шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡужина Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары итеп һайланды. Уның кандидатураһы бөгөн Парламент ултырышында раҫланды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәбәр итеүебеҙсә, Тамара Танһыҡҡужина депутат итеп сентябрҙә һайланды һәм Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетында эш башланы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, данлыҡлы спортсы ҡануни эшмәкәрлеккә тиҙ генә инеп киткән.

Был вазифаға барлығы өс кешенең кандидатураһы ҡуйылған ине, улар Коммунистар партияһы тәҡдим иткән Лия Хафизова, Либерал-демократик партиянан  Дмитрий Иванов . Һөҙөмтәлә «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе тәҡдим иткән Тамара Танһыҡҡужина иң күп тауыш  йыйып Дәүләт Йыйылдышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары итеп һайланды.

Парламент ултырышында барлығы 50-нән ашыу ҡануни документ ҡаралды.  Улар араһында социаль һәм иҡтисади йүнәлештәгеләр байтаҡ. Шулай уҡ туризмды үҫтереү, ирекмәндәргә булышлыҡ күрһәтеү, бушлай юридик ярҙам тураһындағы закон проекттарын айырым билдәләп үтергә мөмкин.

Бюджеттан етем балаларҙың торлағын ремонтлауға бүленгән аҡса күләме лә арта. һалымдар тураһындағы закон акттарына ла үҙәрештәр индерелә.  Хәҙер нефть табыу һәм эшкәртеү предприятиелары ла килем һалымын  кире ҡайтара ала. Улар һалым аҡсаһын табыштан да, яңы ҡоролмалар хаҡынан да ҡайтарырға мөмкин.

Рәмзиә Кәримова