Һауа шарттары боҙолоуға бәйле, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алыштырырға кәрәклеген иҫкәртә. Бөгөндән республикала урыны менән ҡарлы ямғыр яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҺуңғы көндәрҙә Учалы һәм Белорет райондарында ҡар яуҙы. Юлдарҙа бындай мәлдә авария осраҡтары йыш теркәлеүсән, шуға хәүефһеҙлек тураһында алдан ҡайғыртыу кәңәш ителә.
Рәмилә Исмәғилева