Вакцинация тураһында сертификат булмаған осраҡта һуңғы 6 ай эсендә ковид-19 менән ауырыған белешмә килтереү шарт. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт79 йәшлек Мөьминә Ишмаҡова коронавирус инфекцияһы менән ауырығандан һуң сәләмәтлеген баш ҡала шифаханаһында нығытырға юлланған. Хаҡлы ялдағы ханым һауыҡтырыу сараларын үткәс үҙен күпкә яҡшы тоя башлаған. Даими баш ауыртыуҙары үтеп, быуындар һыҙлауы кәмегән.
Республика шифаханаларында көҙ һәм ҡыш миҙгелдәрендә ял итергә теләүселәр һаны арта. «Йәшел сауҡалыҡ»та бер юлы 600-ләп пациент һаулығын нығыта. Көкөрт-водород скважинаһы, минераль һыу сығанағы булған һаулыҡ үҙәгендә тиҫтәләгән реабилитация сараһы ойошторолған.
Республика пациенттары шифаханаларға юлламаны бер нисә ай алдан алып ҡуйырға күнеккән. Шуға ла учреждение етәкселеге санаторийға ҡабул итеү өсөн үҙгәрештәр тураһында иҫкәртә. 1 декабрҙән санаторийҙар коронавирусҡа ҡаршы вакцина һалдырған пациенттар өсөн генә асыҡ. Йәки һуңғы 6 айҙа ковид 19 менән ауырығанды иҫкәрткән справка күрһәтеү шарт.
Курорт-шифаханаларҙа хәүефһеҙлек сараларына иғтибар арта, шуға ла санаторийға юллама алып та вакцина ҡаҙатылмаған осраҡта килешеүҙе өҙөү ҡаралған. Пациентҡа юллама өсөн түләнгән сумма ҡайтарылһа ла, көтөп алынған ял боҙолоуы ихтимал. Шуға ла курорт етәкселеге ял көндәрен файҙалы һәм һөҙөмтәле итеп үткәреү өсөн әҙерлек сараларын алдан хәстәрләргә кәңәш итә.
Флорида Ким