18 октябрҙән Башҡортостан спорт залдары, бассейндар, фитнес клубтар спорт һөйөүселәрҙе куар-кодтар һәм һуңғы ярты йылда КОВИД инфекцияһын үткәреү хаҡында белешмә булғанда ғына ҡабул итә. Стәрлетамаҡта ковид инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау өсөн ҡулланылған саралар үтәлеше менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ҡыҙыҡһынды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСтәрлетамаҡ ҡалаһындағы был фитнес клуб көнөнә 700 кешене хеҙмәтләндерһә хәҙер бында 150 кеше спорт менән шөғөлләнә ала. Бында 18 октябрҙан QR-кодтар ярҙамында ғына үтергә мөмкин.
Фитнес-тренер Елена Сафуғанова күнекмәләр алып барған залға йөрөүселәр һаны элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға кәмегән. Сәбәбе билдәле: ковид инфекцияһына ҡаршы сикләүҙәр. Боди балет менән шөғөлләнеүселәр социаль дистанция һаҡлай.
Иҙәндә махсус сиктәр ҡуйылған. Күнекмәләргә урта йәштәгеләр һәм өлкән быуын вәкилдәре лә теләп йөрөй. Мөнирә Аҡсулпанова был залға сәләмәт булыу өсөн йөрөй. Фитнес тренер менән аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнә. QR-кодтар менән индереүгә ыңғай ҡарашта.
Хаҡлы ялдағы Людмила Тарасова был фитнес-клубҡа 2017 йылдан бирле йөрөй. Ошоға тиклем респиратор сирҙәр уны урап үткән. 18 октябрҙән өҫтәмә сикләүҙәр индерелгәс тә, ай элек ковид инфекциһын үткәргәнлеге хаҡында белешмә хәстәрләгән.
Йәмил Латипов Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Кәүҙәһен яҡшы формала тотоу өсөн тап ошо фитнес залда шөғөлләнә. QR-кодтар системаһы уңайлы һәм кәрәкле, тигән фекерҙә.
Фитнес-клуб штатында бөтәһе 67 хеҙмәткәр. Халыҡ менән эшләүсе тренерҙар ҙа хәүефһеҙлек һәм һаҡлыҡ сраларын үтәүгә етди ҡарашта.
Биналағы һауа 10 рециркулятор ярҙамында дезинфекциялана, шулай уҡ Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеүенең талаптары ла үтәлә. Инеү урынында тән температураһы үлсәнелә, социаль дистанция һаҡланыла, санитайзерҙар һәм битлектәр ҡулланыла. Вакцинация үтеүсе клиенттарға ташламалар һәм бүләктәр менән дәртләндереү ҡаралған.
Әле республиканың 16-нан ашыу фитнес ойошмаһы ҡатмарлы осор кисерә. Клиенттарҙың алдан түләнгән абонеметтарын ҡайтарған осраҡтар ҙа йыш күҙәтелә, ҡайһы бер фитнес залдар эштәрен туҡтатып торорға мәжбүр буласаҡ. Ә был бинаға һаулыҡтарын нығытырға килеүселәр, вакцинация үтеүселәр һаны артҡан һайын залдар тиҙерәк тулы һулыш менән эшләй башлар, тип өмөтләнә.
Гүзәл Борханова