Президент указына ярашлы, эшҡыуарҙарҙа һәр хеҙмәткәр өсөн минималь хеҙмәт хаҡына тиң сумма кире ҡайтарыла. Беҙҙең илдә ул 12 мең 792 һум. Матди ярҙам алыу өсөн Федераль һалым хеҙмәтенә шәхси кабинет аша ғариза бирергә кәрәк. Документ 1 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителә. Бынан тыш, зыян күргән эшҡыуарҙар льготалы кредит юллай ала.