Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урамда йәки телефон аша шылтыратып шәхси мәғлүмәт алырға теләгән ят кешеләргә ышанырға ярамай. Иҫәпселәр махсус кейемдә йөрөй һәм уларҙың мотлаҡ танытмаһы була. “Халыҡҡа мутлашыусылар менән айырыуса һаҡ булырға кәрәк”, - ти Башҡортостан статистика хеҙмәтенең штаттан тыш хеҙмәткәре Фәнил Ҡоҙаҡаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИҫәп алыу ҡағыҙы 33 һорауҙан тора. Унда йәште, милләтте һәм белемеңде күрһәтергә, республикала ниндәй социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу мөһимлеген дә билдәләргә мөмкин.