Ҡарағайлы аша яңы күпер һалына

    Иҫке Сибай ауылында Ҡарағайлы йылғаһы аша яңы күптер төҙөлә. Был турала Баймак район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдергән. Уның һүҙҙәренсә, ҡоролма бер ай элек һалына башлаған. Эштәр әҙем генә бара. Күпер ошо йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырыла.

Фото: “Баймаҡ хәбәрҙәре”.