Бөгөн Краснокама районының Аҡтанышбаш ауылында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы күсермәһен Әхмәтхужа Әхмәҙуллин исемендәге ауыл мәҙәниәте йортона тапшырыу тантанаһы үтте. Яңы Аҡтанышбаш ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Әхмәтхужа Әхмәҙуллин менән Хәнәфи Нурғәлиев 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының яугирҙәре. Икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән.Әхмәтхужа Әхмәҙуллин дивизия байраҡсыһы була. 1943 йылда генерал Миңлеғәле Шайморатов менән бергә алышта уның да ғүмере өҙөлә. Хәнәфи Нурғәлиев 1942 йылдың 28 ноябрендә алышта алған ауыр яраларынан вафат булған.