Бөгөн унда тәүге йорттарҙы газға тоташтырыу тантанаһы булды. Сарала Республика башлығы Радий Хәбиров, "Газпром межрегионгаз" йәмғиәте генераль директоры Сергей Густов ҡатнашты. Радий Хәбиров белдереүенсә, Дауыт ауылы беренсе аҙым. Республикала программа 2 мең 600 ауылға ҡағыласаҡ. Әле йорттарҙың 83,6 процентына газ үткән, был һанды тағы 10 процентҡа арттырыу маҡсаты ҡуйыла. 176 меңдән ашыу йортҡа зәңгәр яғыулыҡ үтергә тейеш.