Коронавирус йәнә замандаштарыбыҙҙың ғүмерен ҡыя

 56 йәшендә Өфөлә Башҡортостандың Дәүләт Думаһындағы элекке депутаты Иршат Фәхретдинов вафат. Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров социаль селтәрҙә хәбәр итте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 Уның яҙыуынса, табиптар Иршат Фәхретдиновтың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн бер айҙан ашыу көрәшкән. Иршат Юнир улы Афғанстан, Абхазия һәм Чечен республикаһында яу юлдарын үткән дәрәжәле  офицер. 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһында республика мәнфәғәтен яҡланы.

Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшен алып барҙы. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Иршат Юнир улы менән хушлашты һәм  туғандары менән осрашты. Йәмәғәтселек мәрхүм менән шәмбе , Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһында хушлаша ала. Иршат Фәхретдитновты тыуған яғы Ишембайҙа ерләйәсәктәр.

Рафиҡ Әхмәтшин