Фекер алышыуға Үзбәкстан, Мәскәү һәм Рәсәй төбәктәрерән ғалимдар, табиптар саҡырылған. Форумда ҡатнашыусыларҙың иғтибар үҙәгендә ковид-19 сире. Уны дауалауҙа яңы алымдар өйрәнелә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтШулай уҡ Вич, геаптит кеүек йоғошло ауырыуҙар буйынса сығыштар ҡаралған. Кәңәшмәгә килгән бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре коронавирустан прививка яһатҡан. Ҡаҙағстан, Германия, Бөйөк Британия, Ҡытай ғалимдары менән иһә конференция ваҡытында онлайн бәйләнеш булдырыла.
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ковид госпиталь эшләне, унда дауалауҙан тыш табиптарҙы, студенттарҙы уҡытыу ойошторолған. Комплекслы бригадалар сит төбәктәргә сығарылды. Әле беҙҙең табиптар Тамбов өлкәһендә консультант булараҡ командировкала.
Рәмилә Исмәғилева