Бер фатирға – ике хужа... Өфөлә йәшәүсе ир фатирһыҙ ҡалған

Бер фатирға – ике хужа. Өфөлә 20 йыл элек фатир һатып алған Вячеслав Михайловты торлаҡтың элекке хужаһы өйөнән ҡыуып сығарырға ниәтләй. Черниковка биҫтәһендәге ике бүлмәле фатирҙың беренсе хужаһы донъянан киткәс, уның улы – килешеү баҫым аҫтында ҡуйылды һәм мин ҡултамға ҡуйманым, тип белдерә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Росреестрҙа бер нисә йыл элек техник хата сығып, торлаҡтың яңы хужаһы тураһында мәғлүмәт юйылған һәм Вячеслав Михайловтың ғәҙел рәүештә һатып алған фатирын юғалтыуы ихтимал. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ике тиҫтә йыл элек һатып алынған фатирында Вячеслав Михайлов тормош иптәше менән йәшәй. Апрель айында уларға торлаҡтың беренсе хужаһының улы Николай Нагорный  килеп, 20 йыл элек фатир буйынса килешеү дөрөҫ төҙөлмәне, торлаҡ минеке һәм мин уны һатырға әҙерләнәм тип хәбәр итә. Килешеү төҙөлгән ваҡытта  документтарға уның әсәһе генә ҡул ҡуйған, шуға ла килешеү закон көсөнә эйә түгел, тип бәхәсләшә.

Росреестрға мөрәжәғәт иткәс улар хат аша яуап ҡайтарҙы. Фатир һатып алынғандан бирле уларҙың электрон базаһы алмашынып мәғлүмәт юҡҡа сыҡҡан һәм улар фатирҙың хужаһы итеп элекке хужаларҙы яҙып ҡуйған. Хата өсөн ғәфү үтенеүҙән миңә еңелерәк түгел, сөнки уларҙың хатаһы арҡаһында мин йортһоҙ ҡаласаҡмын.

Вячеслав Михайлов, фатир хужаһы

Күңелһеҙ хәбәрҙән һуң Михайловтарҙың төн йоҡолары ҡасҡан. Хаҡлы ялдағы фатир хужаларының даими ҡан баҫымы күтәрелеп табиптарға мөрәжәғәт итергә тура килә. Фатир һатып алғанда хужабикәнең улына 19 йәш булған. Усть-Катавта йәшәүсе ир 10 йыл төрмәлә ултырғандан һуң мөлкәтен ҡайтарырға булған. Росреестрҙа теркәлгән хата тураһында ул һалым хеҙмәтенән килгән хат аша белеп ҡулай осраҡ менән файҙаланырға булған.

Коммунарҙар урамы, 75-се йорт адресы буйынса һатып алынған фатир егерме йыл элек 200 мең һум торһа, быйыл уның хаҡы торлаҡ баҙарында 4 миллион һумға иҫәпләнә.

Зыян күреүсе ғаиләнең хоҡуҡтарын яҡлайым һәм беҙгә 20 йыл элек килешеү дөрөҫ төҙөлгәнен иҫбатларға кәрәк. Юридик күҙлектән осраҡ буйынса бәхәсләшеү ҙә урынһыҙ кеүек, сөнки бында мутлашыусылар бар. Росреестр хатаһы менән файҙаланып башҡа кешенең фатирын тартып алыу осрағы.

Павел Козлов, адвокат

Һатып алынған фатиры өсөн көрәшкән Вячеслав Михайлов ғәҙеллек эҙләп суд ҡарарын көтә. Бәхәсле осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған. Килешеүҙә ҡуйылған ҡултамғалары һәм башҡа документтар экспертиза үткәс кенә мөлкәт мәсьәләһе хәл ителер тип көтөлә.

Флорида Ким