Ни арбалы, ни саналы миҙгел...

Синоптиктар ҙа йәйҙән ҡышҡа күсеү осорон автоһәүәҫкәрҙәр өсөн яуаплы осор тип иҫәпләй. Ергә ҡырпаҡ ҡар төшөүгә транспорт хужалары нисек әҙерләнә, йәйге тәгәрмәстәр ҡышҡыһына ваҡытында алыштырыламы? Мәсьәләне БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Беренсе ҡар яуып үтеү менән юлсыларға мәшәҡәттәр арта, айырыуса үҙ ваҡытында йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырып өлгөрмәүселәр, ҡыҙғанысҡа күрә, юл-транспот ваҡиғаһының күңелһеҙ статистикаһын тулыландыра. Инспекторҙар күпләп ҡар ҡатыш ямғыр яуғанда руль артындағыларға алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.

 Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән белдереүҙәренсә аҙна аҙағына тиклем һауа торошо үҙгәрешһеҙ ҡала.Әммә алдағы аҙнанан көндәр һыуына барып, яуым-төшөм көтөлә. Белгестәр ҡыш миҙгеленә хәҙерҙән әҙер булырға кәрәк тип иҫкәртә.

Үткән тәүлектә башҡаланың тәгәрмәс алмаштырыусылары төнгө 12-гә тиклем көсөргәнешле режимда эшләгән. Төштән һуң  тәгәрмәс алмаштырыу өсөн ҙур сираттар юҡ. Автоһәүәҫкәрҙәр  ғаиләләре һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар хәүефһеҙлеген иҫәпкә алып, бөгөндән ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсергә ҡарар иткән.

Водителдәрҙе хеҙмәтләндереүселәр миҙгелдәр алышынғанда клиенттарҙы тәүлек әйләнәһенә көтә. Нисек кенә булмаһын сәфәргә юлланыусыларҙың хәүефһеҙлеге тәьмин итеүгә артыҡ сығымдар талап ителмәй, ти  автомеханиктар.

Водителдәргә иһә үҙ сиратында  ваҡыт һәм  аҡса йфәлләмәй тиҙерәк шиномонтажкаларға сиратҡа баҫырға кәрәк. Техник сәбәптәргә юл ҡуйғансы, бәлә-ҡазаны алдан иҫкәртеү яҡшыраҡ бит.

Ғәҙәттә, тәүге ҡар яуып иреп бөткәндән һуң автоһәүәҫкәрҙәр  ҡышҡы тәгрмәстәр ҡуйырға йәнә онота. Әммә көҙгө ямғырҙарҙан һуң һауа торошо кинәт һыуынып юлдарҙа тәүге боҙлауыҡтар хасил булыу менән тәгәрмәстәрен алмаштырмаған автомобиль хужалары тимер бөгөүселәргә лә күпләп мөрәжәғәт итә башлай. Водителдәр был хаҡта онотмаһындар ине.

Гүзәл Борханова