Баймаҡ районында ирекмәндәр штабы яңынан эшмәкәрлеген тергеҙҙе

Йәштәр изгелек юлында. Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты янында ойошторолған ирекмәндәр штабы яңынан эшмәкәрлеген тергеҙҙе. Улар изоляциялағы оло йәштәгеләргә  һәр төрлө ярҙам күрһәтә. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Миңзифа Ишембәтова яңғыҙы йәшәй, 20 йылға яҡын астма сиренән яфалана.Әле сиренең ҡалҡып торған ваҡыты .Үҙәк Ҡала дауаханаһынан барып  кәрәкле дарыуҙар яҙҙырып ҡайтыу уның өсөн бөгөн һәр яҡтан хәүефле.Шуға күрә лә ул ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә.Улар үҙ сиратында бер сәғәт эсендә кәрәкле дарыуҙарҙы килтереп тә бирҙе.

Ирекмәндәр штабында эш ҡайнай.  көнөнә тиҫтәнән ашыу шылтыратыуҙар ҡабул ителә.Был ауыр осорҙа бигерәк тә яңғыҙ йәшәгән йә иһә коронавирус менән сирләп, әлеге мәлдә үҙҡурсаланыуҙа булған, хроник сирле оло йәштәгеләр ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә.

Кемгәлер аҙыҡ- түлек алып килергә, торлаҡ коммуналь түләүҙәр өсөн почта бүлексәһенә барырға йә иһә башҡа индивидуаль ярҙам кәрәк икән ‐ ирекмәндәр штабына мөрәжәғәт итегеҙ. Дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге туғыҙҙан киске бишкә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул ителә.