Яңы ҡулына диплом алған йәштәр һәм эшһеҙ граждандарға мәшғүллек үҙәге ярҙамға килә

Теманың дауамы Стәрлетамаҡта район-ара мәшғүллек үҙәгенән әҙерләнгән яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Алина Мирхәшимова быйыл Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.Әммә эш тәжрибәһе булмағас, мөрәжәғәт иткән ойошмаларға урынлаша алмаған. Бер-нисә ай эш эҙләгәндән һуң юғары белемле юрист мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә.

  Алина Мирхәшимова «Транзит-Регион» ойошмаһында  махсус килешеү буйынса юрист булып эшләй. Стажировка үткән өсөн минималь хеҙмәт хаҡы ла ала. Биш йыл эсендә был ойошма аша 50 кеше һөнәри тәжрибә туплап, эш урыны тапҡан.

5 йыл эсендә килешеү буйынса юристар һәм бухгалтерҙар әҙерләйбеҙ. Әлеге ваҡытта беҙҙә 4 стажер тәжрибә туплай. Беҙ йәштәрҙе  һөнәр нескәлектәренә, коллективта бер команда булып эшләү серҙәренә өйрәтәбеҙ.

Наталья Денисова, «Транзит-регион» ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары

  Йыл башынан «Истра» белем биреү үҙәгендә 470 кеше яңы һөнәр үҙләштергән. Гөлүсә Ғарифуллина мәктәп йәшендәге  ике бала әсәһе. Бухгалтер булып эш таба алмағас, мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә баҫып, яңы һөнәр үҙләштерергә ҡарар иткән.

Белем биреү үҙәгендә граждандар  унлаған яңы һөнәр үҙләштерә һәм квалификацияһын күтәрә ала. Маникюр, тырнаҡ сервисы белгестәре, аппаратсы, тәрбиәсе һәм уның ярҙамсыһы, менеджмент, С һәм Д категориялары водителдәре.

Стәрлетамаҡта ғына 30 кеше үҙ эшен тапты. Көньяҡ-көнсығыш төбәктә яҡын киләсәктә тағы ла 70 кеше эшле була.

Сергей Щипакин, көньяҡ-көнсығыш район-ара мәшғүллек үҙәге директоры

Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәр, эш эҙләүсе граждандар, каникул осоронда уҡыусы йәштәр ҙә мәшғүллек үҙәге аша күңеленә ятҡан шөғөл таба ала.

Гүзәл Борханова