Ишембай районында төпкөл ауылдарҙың береһе – Ҡолғонаның үҙәк урамдарына өс саҡрым арауыҡта асфальт һалынды. Төҙөкләндереү эштәре территориаль заказ программаһы һәм Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы ярҙамы менән башҡарылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФинанстар муниципаль һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Район үҙәгенән яҡынса һикһән саҡрым арауыҡта булған биләмәлә меңгә яҡын кеше йәшәй. Юлдарҙың тәртипкә килтерелеүен улар оло ҡыуаныс менән күҙәткән.
Ишембай районында күперҙәргә реконструкция ойоштороуға ла ҙур иғтибар бүленә. Яңыраҡ Көҙәндә төҙөкләндереү эштәре тамамланған. Сәлих ауылында ла Һәләүек йылғаһы аша үткән ҡоролма ремонты финиш һыҙығына яҡынлашҡан.
Был участка аша райондың көнсығыш өлөшөнә транспорт ағымы ҙур, әлегә автомобилдәр ваҡытлыса һалынған күпер аша йөрөй. Ай аҙағында яңыһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Гөлназ Хәйбуллина