Сарала төбәктә йәшәүсе йөҙҙәрсә гүзәл зат вәкиле ҡатнашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтУлар өсөн лекторийҙар, мастер-кластар һәм консультациялар ойошторолдо. Ҡатын-ҡыҙҙар алдында бизнес-тренерҙар, стилистар һәм ғаилә психологтары сығыш яһаны. Баш ҡала табиптары пациенттарға консультациялар уҙғарып, сәләмәтлеккә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.
Матурлыҡ индустрияһы оҫталары үҙ-үҙеңде тәрбиәләү серҙәре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ тойғолар һәм кисерештәрҙе ижад аша сағылдырыу мөмкинлеге биргән арт-терапия ла уҙғарылды. Академияла шулай уҡ ҡул эштәре оҫталары күргәҙмәләре эшләне.
Улар үҙҙәре яһаған ҡурсаҡтар, кейеҙ әйберҙәр, баш кейемдәре, интерьер кәрәк-яратҡары, картиналар һәм биҙәүестәр тәҡдим итте. Бындай сараларҙы башҡа райондарҙа ла уҙғарыу ҡарала.
Гөлдәриә Йосопова