Теүәл 80 йыл элек Башҡортостанға Коммунистик интернационалдың башҡарма комитеты эвакуцияланған

 22 октябрҙә Өфө тимер юл вокзалы станцияһына ике вагонда Халыҡ-ара ойошма хеҙмәткәрҙәре килә. Уларға фашистарға ҡаршы эшмәкәрлек алып барыуға Пионерҙар йорто бинаһы бүленә. Коминтерн вәкилдәре төп пропаганда ҡоралы булараҡ радионы ҡулланған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сығарылыштар Үҙәк һәм Көнбайыш Европаға ун һигеҙ телдә яңғыраған. Тарихи датаға арнап, Хәрби дан музейында тарихсылар, ғалимдар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Онлайн-режимда Башҡортостанда махсус әҙерлек үткән курсанттарҙың туғандары - Европа илдәре вәкилдәре менән бәйләнеш булдырылды, улар аяуһыҙ һуғыш йылдарына бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Сара сиктәрендә Кушнаренко тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре күргәҙмә әҙерләгән. Экспозицияла Коминтерн тарафынан районда ойошторолған йәшерен мәктәп эшмәкәрлеге менән танышырға була. Архив документтарынан тыш, ойошма етәкселәре һәм махсус уҡыуҙар үткән разведчиктарҙың портреттары ла ҡуйыла.

Гөлназ Хәйбуллина