Фәнни йәмәғәтселек өсөн әһәмиәтле монография

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Рәсәйҙең күп милләтле төбәгендә земство үҙидаралығы» китабы уҡыусыларға  тәҡдим ителде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Монография авторы тарих фәндәре докторы Гөлназ Азаматова. Ул Башҡортостан архивтарын ғына түгел, күрше төбәктәрҙә һаҡланған мәғлүмәттәрҙе ентекле тикшерә. Һөҙөмтәлә, фәнни баҫма нигеҙенә 1874-1917 йылдарҙағы Өфө губернияһы тарихы алына. Был ваҡыт арауығында булған төрлө тармаҡ эшмәкәрлеге тасуирлана.

Китап Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты проекты сиктәрендә донъя күргән. Монография тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр, уҡытыусылар һәм студенттар өсөн тәғәйенләнгән.

Әлфинә Килдейәрова