Башҡортостанда тағы ике инфекция госпитале төҙөлә

  Улар  Октябрьский һәм Сибай ҡалаларында була. Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Яңы госпиталдәрҙә эргә-тирәләге райондар халҡы дауаланасаҡ, тине ул. Башҡортостанда коронавирус тарала башлау менән Өфө  районында  һәм Стәрлетамаҡ  ҡалаһында  госпиталдәр төҙөлдө.