Һуңғы тәүлектә 667 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. 649 кеше һауыҡҡан, 35 пациенттың ғүмере өҙөлгән. Әле коронавирус менән 7 мең 200-ҙән ашыу кеше ауырый, уларҙың 5 меңдән күберәге 60 йәштән өлкәндәр. Башҡортостанда бөгөнгә 1 миллион 300 меңгә яҡын кеше коронавирустан прививка эшләткән.