Башҡортостанда "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса эштәр аҙағына яҡынлаша

Быйыл 300 километрҙан ашыу юл ремонтлана. Был маҡсатта 6 миллиард һум тотонолдо, сумманың дүрттән бер өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленгән. Был проект буйынса Башҡортостан юлдарында һуңғы ваҡыттағы иң күләмле эштәр башҡарыла, тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.