Уҙған тәүлектә яман сир йәнә 667 осраҡта раҫланды. Ауырыусыларҙың дөйөм һаны 81 меңгә яҡынлай. Стационарҙарҙа әле меңдән ашыу пациент дауалана. Уларҙың 64 ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 8 кеше.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликаның Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса һуңғы тәүлектә йәнә 35 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланған көндән коронавирус 2 мең 339 кешенең ғүмерен ҡыйҙы.
Халыҡты вакциналау ҙа тиҙләтелә. Һуңғы тәүлектә 28 мең самаһы кеше прививка эшләткән. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар иҫәбе 1 миллион 300 меңгә яҡынлай. Был прививкаланырға тейешле халыҡтың яҡынса 52 проценттан ашыуы. Башҡортостанға барлығы миллион 900 мең дозанан ашыу вакцина килтерелгән.