Ул тормошто яратты. Көр күңелле, алсаҡ кеше ине. Иршат Фәхретдиновты һуңғы юлға оҙатырға килгән һәр кем мәрхүмдең тап ошо сифаттарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һәр саҡ йылмайып мөғәләмә иткән, йор һүҙле кешене хәрби тип уйламаҫһың да. Әммә ул бөтә булмышы менән офицер ине.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАфған һуғышын үткән, Абхазия, Чечен бәрелештәренән дә һау сәләмәт әйләнеп ҡайтты. Әммә тыныс тормоштағы күҙгә күренмәгән дошманға ҡаршы тора алманы. Мәкерле вирус Иршат Юнир улын 56 йәшендә генә аяҡтан йыҡты. Ләкин яу юлында сынығыу алған офицер сир менән һуңғы секундына тиклем көрәште. Рух ныҡлығы уның иң төп сифаты, ине, тип хәтерләй яугирҙең дуҫтары.
Яу шарттарында алған сынығыу һөнәри эшмәкәрлегендә лә ярҙам итә. 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты республика мәнфәғәтен яҡлау, ғәҙеллек, яҡшы тормош өсөн көрәштә лә үҙен яугир булараҡ күрһәтә.
Тормошта ул ышаныслы ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай, яҡшы дуҫ та. Уның менән дуҫлашмау мөмкин түгел ине, ти барыһы ла. Мәрхүм менән хушлашырға килеүселәрҙе күплеге лә быға асыҡ дәлил.
Иршат Фәхретдинов ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырған. Ошо арала ул олатай булырға әҙерләнә ине. Бөтә булмышы менән офицерҙы тыуан яғы, Ишембай районы Һайран ауылында ерләнеләр.
Айнур Кәбиров