Башҡортостандың 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән үҫеш стратегияһына ярашлы республикала ут сығыу осраҡтары менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үлемдәрҙе кәметеү бурысы ҡуйыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтОшо маҡсат менән Ҡалтыман ауылында заманса янғын һүндереү бүлеге төҙөлөшө көтөлә. 24 хеҙмәткәрҙе берләштергән янғын һүндереү участкаһы районда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, хәүефле осраҡта ашығыс ярҙам күрһәтеп кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырға булышлыҡ итәсәк тип көтөлә. Яңы янғын һүндереү бүлеге райондағы 19 ауыл биләмәһен хеҙмәтләндереп ике төркөмгә бүленеп эшләйәсәк.
Флорида Ким