Республикала балалар ҡатнашлығындағы авариялар һанын кәметеүгә йүнәлтелгән акция башланды

“Иғтибар – балалар!” Бөгөн Республикалаошондай атамалы акция башланды. Ул балалар ҡатнашлығында юл ҡазаларын иҫкәртеү маҡсатында үткәрелә. Мәктәптә юл ҡағиҙәләренә арналған дәрестәр уҙғарыу ҡаралған. Эпидемиологик хәлгә бәйле, автоинспекторҙар ойошторған конкурс һәм ярыштар онлайн тәртиптә була. “Иғтибар – балалар” акцияһы барышында кескәйҙәрҙе автомобилдә йөрөтөү шарттары тикшерелә “Балаларҙың кейеменә яҡтыртҡыс элементтар беркетергә онотмағыҙ”, - ти Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре Ленар Зиннуров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала 9 айҙа бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 377 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 16 баланың ғүмере өҙөлгән, 420-һе йәрәхәтләнгән. Автоинспекторҙар әйтеүенсә, хәүефһеҙлек ҡайышын ҡаптырмау арҡаһында 10-ға яҡын юл ҡазаһы теркәлгән, 2 бала вафат булған. “Иғтибар, балалар” акцияһы ноябрҙә тамамлана.