Федераль мәҙәниәт ойошмалары оҙайлы ял көндәрендә эшләмәй

Рәсәй Президенты Указында шулай тип әйтелә. Театр һәм музейҙарҙан тыш, башҡа мәҙәниәт ойошмалары ябыҡ була. Театрҙа тамашасылар һаны 50 проценттан артмаҫҡа тейеш. Вакциналау сертификаты йәки медицина белешмәһе талабы ла көсөндә ҡала. Эпидемиологик хәлгә бәйле Өфөлә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры гастроле кисектерелде. Ул ноябрҙә үтергә тейеш ине.